вторник, 25 ноября 2014 г.

Төркиә: президент төрлө енестәрҙең тиңлегенә ҡаршы.


Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган фекере буйынса, ҡатын-ҡыҙ ирҙәр менән тиң була алмай. Был турала ул Стамбулда ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтарына һәм азатлығына бағышланған халыҡ-ара йыйылышта белдерҙе.

Беҙҙең дин (ислам) йәмғиәттә ҡатын-ҡыҙҙың урынын билдәләне, ул- әсә булыу,-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эрдоган.-Ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарының тиңлеге хаҡында һөйләргә кәрәкмәй, сөнки был тәбиғәткә ҡаршы барыу. Уларҙың холҡо, ғәҙәттәре һәм кәүҙә төҙөлөшө төрлөсә. Күкрәк һөтө менән бала имеҙгән ҡатынды һәм ирҙе тиң күрергә ярамай. Коммунизм заманындағыса ирҙәр эшләгән эште ҡатын-ҡыҙҙар ҙа эшләй алмай. Һеҙ уларға ер ҡаҙырға сыҡ тип әйтә алмайһығыҙ. Уларҙың нескә, нәзәкәтле тәбиғәтенә был ҡаршы килә.”

Президент көн элгәре Стамбулда һәм башҡа ҡалаларҙа идара итеүсе “Ғәҙеллек һәм үҫеш” фирҡәһенә һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың көс ҡулланыуҙарҙан ыҙа сигеүенә ҡаршы сыҡҡан төрөк фемисткаларын тәнҡитләп ташланы.

2012 йылдан, Төркиәлә ғаиләне яҡлау һәм ғаиләлә көс ҡулланыуҙарҙы булдырмауға йүнәлтелгән закон ҡабул ителгәне бирле, илдә 700 самаһы ҡатын-ҡыҙ үлтерелгән.
Төркиәләге 75 миллион халыҡтың яртыһы- ҡатын-ҡыҙҙар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий