вторник, 25 ноября 2014 г.

Греция: Сүриә ҡасаҡтары аслыҡ иғлан итте.


Дүшәмбе көн 200-ҙән ашыу Сүриә ҡасағы Греция парламенты бинаһы алдында аслыҡ иғлан итте. Шуға саҡлы улар бер нисә көн буйы Синтагма майҙанында уларҙы ҡабул иткән илдәге ауыр тормош шарттарына ҡаршы акция үткәргәйне. Медицина ярҙамының булмауы, торлаҡ хаҡтарының үтә лә юғарылығы- уларҙың ризаһыҙлығын тыуҙырған төп сәбәптәр.

Аҡсам бөттө тиергә була, барыбыҙға ла мафия менән эш итергә тура килә. Беҙҙең кәрәкле документтарыбыҙ юҡ, беҙ торлаҡ таба алмайбыҙ, беҙ бер нәмә лә булдыра алмайбыҙ,”-ти акцияла ҡатнашыусы ҡасаҡтарҙың береһе.

Грециянан мин башҡа берәй Европа иленә китергә теләйем, грек халҡыныҡы һымаҡ уҡ минең дә бында йәшәй алыуыма өмөтөм юҡ. Бында ҡасаҡ булып 10 ай элек килдем. Күп тапҡыр Грециянан китергә тырышып ҡараным- килеп сыҡманы,”-тип һөйләй икенсе ҡасаҡ.

Европа илдәре генә беҙҙе яҡлай, унда ғына йүнләп йәшәп була, унда ғына пособие түләйҙәр һәм торлаҡ бирәләр,”-ти акцияла ҡатнашыусы ҡатын.

Конфликт башланғаны бирле, Сүриәнең ярты халҡы тиерлек йорттарын ташлап китергә мәжбүр булған. Илдән ҡаса алғандарҙың күбеһе күрше Ливан, Иордания, Төркиә һәм Иракта төйәк тапҡан. Башҡа илдәр, шул иҫәптән Европа илдәре 50 мең ҡасаҡты, йәғни ҡасаҡтарҙың 2 процентын ғына ҡабул иткән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий