вторник, 25 ноября 2014 г.

Американың 90 ҡалаһы Фергюсон ҡалаһы халҡының ҡаршылыҡ акцияһын яҡлап сыҡты.


Ҡаршылыҡ акциялары АҠШ-тың башҡа ҡалаларында ла үтә, шул иҫәптән Нью-Йоркта, Чикагола, Сиэтл, Бостон, Филадельфияла. Халыҡ Фергюсонда полицейскийҙың ҡара тәнле үҫмерҙе үлтереүенә бәйле эш буйынса присяжныйҙар сығарған ҡарар менән риза түгел. Бына шул манифестация Лос-Анджелеста үтте. Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:

Уйлауымса, күпселек кешеләр, минең кеүек үк, ышанысты юғалтты. Мине был шаңҡытманы, ҡайғыға һалды. Афро-американлыларҙан булған ҡатын, афро-американлыларҙан булған әсәй булараҡ, мин присяжныйҙарҙың ҡарарын әрнеп ҡабул иттем!”

Дөрөҫөн әйткәндә, мин башҡаны көтмәнем дә. Һәләк булған үҫмер минең йәштәшем. Миңә 17 йәш. Уның урынына мине лә үлтереүҙәре ихтимал ине. Ғәҙел хөкөмгә өмөт юҡ. Бына шундай хәлдәр бөгөн беҙҙә.”

Нью-Йорктың Таймс-сверына:”Ҡулыңды күтәр, атма,”-тип һөрәнләп меңдәрсә кеше сыҡты. Киң мәғлүмәт сараларындағы мәғлүмәт буйынса, акцияла ҡатнашыусылар Трайборо, Манхэттен һәм Бруклин күперҙәренә инеү юлын япҡан.

Минең дуҫтарым араһында ҡара тәнлеләр күп,-ти бер ҡыҙ.-Улар теләһә ниндәй мәлдә пуля алыуҙары мөмкин. Һуңғараҡ ҡалып йөрөһәң йәки көләпәрә кейеп йөрөһәң, был да именлеккә хәүеф тыуҙырыу рәүешендә ҡабул ителеүе ихтимал. Был мине ҡурҡыуға һала, сөнки мин битараф булмаған дуҫтарым, бер зыянһыҙ кешеләр хәүеф аҫтында.”

Bloomberg агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса, Американың 34 штатының 90 тирәһе ҡалаһында, шулай уҡ Канаданың бер нисә төбәгендә ҡаршылыҡ акциялары тоҡанып киткән.







Комментариев нет:

Отправить комментарий