среда, 26 ноября 2014 г.

Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙар: күбәйә, киңәйә, көсәйә.


25 ноябрь - Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙарға ҡаршы халыҡ-ара көрәш көнө. Был күренеш ҡайһы саҡ онотола, ҡайһы саҡ өндәшмәй ҡалдырыла, әммә ҡайһы саҡ ҡабул ителә. Иң мөһиме- ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙар, алға киткән илдәрҙе лә, артта ҡалғандарын да урап үтмәй, бөтә планетаға тарала, көсәйә бара.

Кенияла күптән түгел әҙәпһеҙ кейенәләр һылтауы менән ҡатын-ҡыҙҙарға һөжүм яһаусыларға ҡаршы демонстрация уҙҙы. Енси характерҙағы енәйәт эшләүселәр илдә һирәк эҙәрлекләнә, ҡулға алған хәлдә лә, улар 1 евронан да кәмерәк штраф менән ҡотола. Хоҡуҡ һаҡлаусы Сесилия Бренда Оньянго әйтеүенсә, “һуңғы ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙар көс ҡулланыуҙарға йыш дусар була. Уларҙың кейемдәрен генә йолҡоп алмайҙар, һүҙ енси көсләүҙәр хаҡында бара. Бында бөтәһен дә кейемгә генә бәйләргә ярамай, сөнки көсләүҙәргә 80 йәшлек ҡарсыҡтар ҙа, 7 йәшлек бәләкәстәр ҙә дусар була.”

Бөтә Донъя Һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм The Lancet медицина журналы менән берлектә баҫтырылып сығарылған тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙар билдәле сиктәр һәм йәш арауығы менән сикләнмәй. Мәҫәлән, күбеһенсә Африка, Ғәрәп ярымутрауы һәм Индонезиялағы 100-140 миллион ҡатын-ҡыҙ “сөннәтләүгә” дусар булған. Йыл һайын 3 миллион Африка ҡыҙы бындай йәрәхәт алыуы ихтимал. Донъялағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың 7 проценты үҙ ғүмерендә енси көсләүҙәргә, 30 проценты үҙ йортондағы көс ҡулланыуҙарға дусар була. Ғаилә ағзалары тарафынан көс ҡулланыуҙарға намыҫ һаҡлап үлтереүҙәрҙе, көсләп кейәүгә биреүҙәрҙе, кислота ҡулланып һөжүм итеүҙәрҙе индерергә мөмкин.

Һуңғыһы- Пакистандан Руккайя Парвин менән булған хәл. Эскесе ире уға кислота һипкән. Ул һул күҙен һәм ҡолағын юғалтҡан, улының да тәне бешкән. Йыл ярым ваҡыт үткән, әммә ул һаман һыҙланып йоҡлай алмай, эш таба алмай һәм үҙен был бәлә менән япа-яңғыҙ ҡалғандай тоя:

Бөгөн мин кислота менән һөжүм ҡорбаны булдым, иртәгә йәнә кемдер шундай уҡ яҙмышҡа дусар булыуы мөмкин, сөнки хөкөм органдары беҙҙең кеүек ярлыларҙы яҡламай. Закон тик байҙар өсөн генә, ә миңә һәм минең кеүектәргә өмөт бағлар нәмә юҡ. Берҙән-бер юл- Аллаһҡа ялбарырға һәм бөтә йөрәктән иреңде ҡарғарға ғына ҡала.

Һәр аҙна һайын гәзиттәрҙә һәм яңылыҡтар сығышында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата көс ҡулланыуҙар хаҡында мәғлүмәттәр күренә. Һуңғы сюжеттарҙы береһе- Гондурастың матурлыҡ королеваһын үлтереү һәм йәшерелеп килгән АҠШ-тың Виргиния штаты Университетындағы көсләүҙәр менән бәйле ғауғалар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий