Варшавала
Польшаның бер нисә йөҙ алма етештереүсеһе
ҡаршылыҡ манифестацияһы үткәрҙе. Акцияла
ҡатнашыусылар, үҙенә ҡаршы санкцияларға
яуап итеп аҙыҡ-түлек индереүҙе тыйған
Рәсәй Федерацияһы санкциялары арҡаһында
күп юғалтыуҙары өсөн, милли һәм Европа
фондтарынан компенсация талап итте.
“Быйыл,-ти
манифестацияла ҡатнашыусы,-хәлдәр бик
ҡатмарлы. Алма бик күп йыйылды. Уларҙың
сифаты яҡшы. Әммә проблема шунда: уларҙы
һатып алыусы юҡ. Мин уларҙы түбән хаҡҡа
ғына һата алам, ә был иһә сығымдарҙың
яртыһын ғына ҡаплатырға мөмкинлек
бирәсәк.”
“Сәйәсмәндәрҙең
хеҙмәт хаҡтарын алып, алма етештереүселәргә
бирегеҙ!”-ошондай
плакаттар һәм профсоюз флагтары менән
баҡсасылар Варшава урамдары буйлап
үтте.
Польша-
был емештәрҙе иң күп экспортлаусы ил.
Былтыр ул 3 миллион тонна алма етештерҙе.
Шул күләмдең өстән бере Рәсәйгә оҙатыла
ине. Ә хәҙер ферма хужалары уларҙы ҡайҙа
ҡуйырға ла белмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий