среда, 5 ноября 2014 г.

Әр-Рияд: сүллектәге баҡсалар.


Әр-Рияд “баҡсалар” тип тәржемә ителә, ул илдең үҙәгендә, уңдырышлы Вади Хәнифә үҙәнендә урынлашҡан. Сүллек уртаһынан ағып ятҡан йылға тирә-яҡтағы тәбиғәткә тормош бүләк итә. Әр-Рияд властары ярҙамы менән эшләнгән проект арҡаһында мөмкин булды был.

Бер нисә йыл элек йылға үҙәненең гүзәл тәбиғәте сүплеккә әйләнгәйне. Экологияға ғына түгел, кешеләр һаулығына ла ҡурҡыныс тыуҙыра ине ул. Оҙаҡ йылдар буйы территорияны аяуһыҙ эксплатациялағандар, һөҙөмтәлә уның экосистемаһына зыян килгән.

Борондан Вади Хәнифә -бында йәшәүсе халыҡтар өсөн тәбиғи байлыҡтар сығанағы. Әммә ҡаланың үҫеше үҙәндең экологияһын хөртәйтә. Сүп-сар, сәнәғәт ҡалдыҡтары, фермаларҙан аҡҡан әшәке нәмәләр яр буйҙарын бысрата,”-тип һөйләй проект етәксеһе Сауд Әл-Аджми.

Һаҙлыҡҡа әйләнгән Вади Хәнифә үҙәнен киренән тәүге хәленә ҡайтарыу проекты зыянды ҡаплатыу маҡсатындағы ҡайһы бер сараларҙы ла үҙ эсенә ала. Һыуҙы регулирләү өсөн плотина төҙөлә, юлдар һалына, тиҫтәләрсә мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыла, ауыл хужалығы биләмәләре яҡшыртыла; ауыл һәм ҡалаларҙы һыу менән тәьмин итеү өсөн, экология йәһәтенән хәүефһеҙ һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә.

Вади үҙәнен тергеҙеү Әр-Рияд халҡына, айырыуса ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүселәргә ҙур файҙа килтерә.

Пол МакДауэлл, евроньюс:

Бында финиктың йөҙҙәрсә төрө үҫә, ә тәмләп ҡарағаным-
иң яҡшы сорт. Өлгөрөп тә киләләр, уларҙы былай ҙа, киптереп тә ашарға мөмкин. Сәғүд Ғәрәбстанының ысын тәме был, ул емештән айырылыуы ҡыйын.”

Күптәр фермаға махсус рәүештә килә.

Мин бында йыш ҡунаҡ,-ти уларҙың береһе.-Фермала мин финиктар һатып алам. Ҡасандыр үҙән ташландыҡ хәлдә ине, ә хәҙер фермалар бәшмәктәр һымаҡ үҫеп сыға. Үҙәнде тергеҙеү проектынан һуң, бында тормош ҡайнай. Матур, бөтә ерҙә бөхтәлек. Киләһең дә курортҡа эләгәһең.”

Вади проектының мөһим өлөшө- биоремедиация заводы, йәғни тәбиғи рәүештә, үҫемлектәр һәм хайуандар ярҙамында һыуҙы, тупраҡты таҙартыу.

Сәлих әл-Фәйзит, экология департаменты директоры:

Бында ылымыҡтар ҙа, үҫемлектәр ҙә, шулай уҡ ҡоштар, балыҡтар ҙа бар, тотош аҙыҡ сылбыры- берәүҙәре икенселәрен ашата. Ул ғаилә йорто һымаҡ, бәхетле ғаиләлә һәр кем үҙ бурысын үтәгән һымаҡ.”

Ҡулланылған методтар яңы ла түгел, әммә быға ҡәҙәр уларҙы ҙур масштаблы эштәрҙә файҙаланғандары юҡ ине әле.

Пол МакДауэлл, евроньюс:

Күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел: 6 сәғәт элек тейергә лә ҡурҡыныс булған бысраҡ таҙартыу системаһына ебәрелде. Ә хәҙер, тәбиғәт арҡаһында, һыу хәүефһеҙ генә түгел, иҫ киткес таҙа ла. Һәр ерҙә ағастар, тротуарҙар.”

Һуңғы ваҡыт Вади үҙәнендә ял итеү популыр булып китте. Һәр ерҙә парктар, скверҙар, ял өсөн йәшел мөйөштәр ҡаралған.

Риядта мин күптән йәшәйем, тик бындай хәлде хәтерләмәйем. Бер тапҡыр ҡала ситенә юл төштө һәм аптырап киттем, бик ҡыуандым,-тип шатлана ошо ҡалала йәшәүсе әҙәм.-Бөтә ер йәмле, таҙа, һәр нәмә шул ҡәҙәре яҡшы ойошторолған. Бөтә ерҙә ағастар, тротуарҙар.”

Пол МакДауэлл, евроньюс:

Вади Хәнифә үҙәне йәнләнде һәм Әр-Рияд халҡының яратҡан ял урынына әйләнде.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий