вторник, 4 ноября 2014 г.

БМО-ның климат буйынса белгестәре саң ҡаға.


Ҡытайҙағы Ганьсу провинцияһындағы элекке һыулы- һаҙламыҡлы урындар сүллеккә әйләнгән. Глобаль йылыныуға алып килгән климат үҙгәреүенең бер эҙемтәһе был.

1880 һәм 2012 йылдар араһындағы уртаса температура ҡырҡа рәүештә 0,85 градусҡа артҡан. Атмосфералағы парник газдары 800 мең йыл эсендәге иң юғары кимәлгә еткән.

БМО-ның климат буйынса Копенгагендағы эксперттары йәнә үҙҙәренең хәүефен белдерҙе:

Кәрәкле үҙгәрештәр өсөн мөмкинлектәр кәмей бара, бының өсөн тәҙрә тарая,-ти эксперттарҙың хөкүмәт-ара төркөм башлығы Раджендра Пачаури.-Быуат аҙағына температураның күтәрелеүен Цельсий буйынса 2 градустан арттырмауға тәғәйенләнгән бюджеттың байтаҡ өлөшө тотонолған да инде.”

 Йылылыҡ 2 градусҡа артмаһын өсөн, 2010 һәм 2050 йылдар арауығында атмосфераға бүленеп сыҡҡан парник газдары 40-70 процентҡа кәметелергә, ә 2100 йылда юҡҡа сығырға тейеш, тип иҫәпләй ғалимдар. Дания баш ҡалаһында улар яһаған һығымталар климат буйынса киләһе йыл Парижда килешеү төҙөйәсәк 200 ил өсөн фәнни база булып торорға тейеш.

Бындай стратегия нефть компанияларының планы менән тап килмәй. Канада Альбертында АҠШ-тан Мексика ҡултығына ҡәҙәр яңы нефть үткәргес һалырға уйлайҙар.

Яғыулыҡ,-ти Cenovus Energy компанияһы вәкиле Аль Рейд, -Төньяҡ Америкала һәм Көнбайыш Европала тормоштоң билдәле стилен һәм сифатын барлыҡҡа килтерҙе. Беҙҙең уйыбыҙса, артабан да был шулай дауам итәсәк.”

Ҡаршылыҡлы проект экологтарҙы саң ҡағырға мәжбүр итте, улар Барак Обаманы бынан баш тартырға саҡыра. Күп ферма хужалары был торбаларҙы һалыу өсөн үҙ ерҙәрен һатырға теләмәй. Шулар араһында- Меган һәм Рик Хэммонд, улар 6 йыл инде бик файҙалы тәҡдимдәрҙән баш тарта.

Беҙҙең быуын,-ти Рик Хэммонд,-Кеннеди заманында үҫте. Донъяны беҙ киләсәк быуын өсөн һаҡларға тейеш, ә бының өсөн көс түгергә кәрәк. Глобаль йылыныу шарттарында ла уны йәшәүгә һәләтле итеп һаҡлау мөһим.”





Комментариев нет:

Отправить комментарий