вторник, 4 ноября 2014 г.

Ҡара диңгеҙҙә легаль булмаған иммигранттар менән карап батҡан.


Ҡара диңгеҙҙең Төркиә ярҙары буйында Румынияға юл тотҡан легаль булмаған иммигранттар тейәлгән карап батҡан. Кәм тигәндә 23 кеше һәләк булған. Уларҙың кәүҙәләрен яр буйы һағы табып алған. Бортта 40-тан ашыу ҡасаҡ булған, күбеһенсә афғандар. Араларында ҡатын-ҡыҙҙар барлығы ла асыҡланған. 6 кеше генә иҫән ҡалған.

Euronews хәбәрсеһенә урындағы балыҡсы бына нимә тип һөйләне:

Балыҡсыларҙың ике-өс кәмәһе бер нисә кәүҙәне тапты һәм уларҙы яр буйы хеҙмәткәрҙәренә тапшырҙы. Эҙләнеү эштәрендә беҙ ҙә ҡатнаштыҡ. Бер нисә ҡотҡарыу жилетына тап булдыҡ, әммә башҡаса бер кәүҙә лә табылманы.
Батҡан кәмә 9-10 метр оҙонлоҡта ине, тип һөйләнеләр. 40 кешене нисек күтәрә алғандыр ул? Нисек кенә булмаһын Ҡара диңгеҙҙең ҡырыҫ холҡон аңламаған кеше идара иткән ул карап менән, юғиһә ул диңгеҙгә сыҡмаҫ ине.”

Төркиә киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, ҡасаҡтар контрабандистарға 7 меңешәр евро түләгән. Стамбулдан еuronews хәбәрсеһе һөйләй:

Ҡасаҡтарҙың хыялы фажиғәгә әйләнгән. Улар ултырған ҙур булмаған кәмә Стамбул ярҙарында батҡан. Эҙләнеү-ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Эксперттар һәләк булғандарҙың шәхесен асыҡларға тырыша.”








Комментариев нет:

Отправить комментарий