вторник, 4 ноября 2014 г.

Ирландтар бушлай һыуҙан баш тартырға теләмәй.


Хөкүмәттең һыу менән тәьмин итеү өсөн хаҡ алырға йыйыныуына ҡаршы Ирландия ҡалалары урамдарына тиҫтәләрсә мең кеше манифестацияға сыҡты. Дублин был аҙымды халыҡ-ара кредиторҙарҙың баҫымы аҫтында яһарға мәжбүр булды. Бынан тыш, властар аңлатыуынса, илдең һыу үткәреү системаһы яңыртыуҙы талап итә.

Октябргә ҡәҙәр крандан аҡҡан һыу ирландтарға бушлай ине, хәҙер иһә уларға бының өсөн йылына 300 евронан ашыу түләргә тура киләсәк.



Комментариев нет:

Отправить комментарий