воскресенье, 2 ноября 2014 г.

Кобани өсөн алыш Ирак һәм Сүриә курдтарын берләштерҙе.


Сүриәнең Кобани ҡалаһын һаҡлаусы курд ополчениеһы “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктары һөжүмен кире ҡаҡты. Кобани һәм Төркиә араһындағы юлды ябыу маҡсаты менән боевиктар төньяҡтан һөжүм яһаны. Ошо юл аша ҡаланы һаҡлаусыларға йома көн ҡоралдың тәүге партияһы, ә шәмбегә ҡаршы төндә Кобаниға “пешмерга”ның ҡораллы көстәре һәм бронетехникаһы килде. Ирак курдтары әлегә һуғышҡа ҡушылманы.

Ирак Курдстаны Эрбилдә урындағы властарҙың Сүриәләге иптәштәренә ярҙам ебәрергә ҡарар итеүен хуплай:

Хөкүмәтебеҙҙән күптән көткән яңылыҡты ишеттек. Беҙ бәхетлебеҙ, сөнки Кобаниға “пешмерга” һуғышсыларын ебәрергә ҡарар иттеләр. Был бик дөрөҫ аҙым, беҙ унда китергә әҙер. Мин үҙем, мәҫәлән, бер йылға һуғышҡа китергә лә әҙермен,”-ти Эрбилдә йәшәүсе ир.

Был ҡарар өсөн мин ғорурланам,-ти икенсеһе.-Курдтар хәҙер бөтә донъяны ҡотҡарыу өсөн алыша! ИДИЛ(ИГИЛ)- халыҡ-ара террористик төркөм, ул курдтарға ғына түгел, бөтә донъяға янай һәм һуғыша.”

Ислам дәүләте” боевиктарының Кобаниға һөжүм итеүе бөтә курдтарҙы берләштерҙе. Бында әйтеүҙәренсә, төрлө илдәрҙә йәшәһәләр ҙә, улар бер халыҡ,”-тип һөйләй Эрбилдән “Евроньюс” хәбәрсеһе Мөхәммәт Шәйхибраһим.



Комментариев нет:

Отправить комментарий