воскресенье, 2 ноября 2014 г.

Серле дрондар француздарҙың атом электростанциялары өҫтөнән осоуҙы дауам итә.


Пилотһыҙ серле аппараттар француздарҙың атом электростанциялары өҫтөнән осоуҙы дауам итә. Һуңғы тәүлектәрҙә илдең төрлө мөйөштәрендәге АЭС территориялары өҫтөндә йәнә, кәм тигәндә, 5 дрон күренгән. Уҙған аҙналарҙа ла шундай уҡ хәлдәр теркәлгән.

Франция ҡарамағында Европалағы иң ҙур атом станциялары паркы. Ил территорияһында 58 реактор эшләй. Властар тикшереү башланы һәм пилотһыҙ аппараттар АЭС-тарға бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс тыуҙырмай, тип ышандырҙы.


Был хәлдәргә аныҡ ҡына аңлатма биреүсе юҡ. Тәүҙә “Гринпис” ойошмаһы шик аҫтында ине, һаҡ һәм именлек мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү өсөн, улар АЭС территорияһына активистарын бер нисә тапҡыр индерҙе. Әммә ойошманың француз вәкиллеге был хәлгә үҙҙәренең ҡатнашлығы юҡ икәнлеген һәм властарҙың тейешле һаҡлыҡ сараларын күрмәүе өсөн борсолоуын белдерҙе. Күпселек француздарҙы ла был борсой, улар йыш ҡына шундай һорау бирә: “Әгәр кемдер дрондарға бомба беркетергә уйлаһа?”

Комментариев нет:

Отправить комментарий