понедельник, 17 ноября 2014 г.

Буркина-Фасола ваҡытлыса граждандар президенты һайланған.


Буркина-Фасоның ваҡытлы президенты итеп дипломат Мишель Кафандо һайланды. Ул оҙаҡ йылдар БМО-ла үҙе иленең вәкиле, Кубала илсе булды, башҡа вазифалар биләне. Шул рәүешле президент Компаоре отставкаға киткәс ил менән идара иткән хәрбиҙәрҙән власть граждандар президентына күсә.

Бынан алда хәрбиҙәр конституцияның йәнә үҙ көсөнә инеүе хаҡында ла иғлан итте.

Күсеш осоро президенты Буркина-Фасо президенты һәм дәүләт башлығы вазифаһын биләй. Ул- конституция һәм күсеш осоро килешеүе гаранты. Уның мандаты ошо осор үткәс, президент һайлауҙары еңеүсеһенең инаугурацияһынан һуң тамамлана,”-тип аңлатты хәлде Аблассе Удраогу.

Хәрбиҙәр, сәйәсмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре араһындағы килешеүгә ярашлы күсеш осоро йыл тирәһе ваҡытты аласаҡ. Ошо ваҡыт арауығында президент һәм парламент һайлауҙарына әҙерлек алып барыласаҡ.






Комментариев нет:

Отправить комментарий