вторник, 18 ноября 2014 г.

Йоханнис ғауғаһыҙ президентлыҡ вәғәҙә итә.


Румыниялағы президент һайлауҙарында еңеп сығып, Клаус Йоханнис сюрприз яһаны- Национал-либераль фирҡә фигураһы, Чаушеску режимы бәреп төшөрөлөүгә сирек быуат үтһә лә, Евросоюзда иң ярлыһы булып ҡала килгән был элекке коммунистар иленең сәйәси ландшафтында уникаль күренә.

Диктатура емерелгәндә, Трансильвания сакстары тоҡомонан булған иргә 30 йәш була. 90-сы йылдар башында сығыштары буйынса немец һаналған меңдәрсә румын, шулар иҫәбендә уларҙың ата-әсәһе лә, ҡайтыу хоҡуғынан файҙаланып, Германияға күсенә. Клаус Йоханнис иһә Румынияла ҡала.

2000 йылда ул Сибиу мэры һайлауҙарында еңеп сыға һәм бында үҙен эште оҫта ойоштороусы итеп таныта. 2007 йылда халҡы 150 мең булған был урта быуаттар ҡалаһы туристарҙың иң популяр урынына әүерелә һәм Европаның мәҙәни баш ҡалаһы итеп һайлана.

Йоханнис, элекке физика уҡытыусыһы, һәр ваҡыт эште сифатлы итеп башҡарыуҙы алға һөрә. Әммә, законға ҡаршы барып, мэр посын һәм ҡала һыу каналы башлығы вазифаһын биләүе уның намыҫлы тип иҫәпләнгән образына тап төшөрә. Суд органдарына был мәсьәләгә асыҡлыҡ индерәһе бар.

2009 йылда уның кандидатураһын премьер-министр посына тәҡдим итәләр, тик яңы президент булып һайланған Траян Бэсеску быға ҡаршы килә.

Өндәшмәҫ һәм ҙур сынығыу алған холҡона тоғро ҡалып, Клаус Йоханнис  үҙенең президентлыҡ программаһын бәхәстәрһеҙ һәм ғауғаһыҙ тәҡдим итте, ә был инвесторҙарҙы йәлеп итеүе ихтимал:

Беҙгә шау-шыу кәмерәк булған һәм килеп тыуған проблемаларҙы хәл итерлек сәйәсәт кәрәк, буш шоуҙар урынына Румыния һәм румындар алдында торған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә көстө бирергә кәрәк.”

Йоханнис немец һәм инглиз телдәрен белә, халыҡ-ара аренала был мөһим плюс булыуы ихтимал.

Румынияла президенттың вәкәләттәре киң: ул премьер-министрҙы, судья һәм прокурорҙарҙы тәғәйенләй, хөкүмәт тәҡдимдәрен блокировкалау хоҡуғы ла бар.


Комментариев нет:

Отправить комментарий