вторник, 18 ноября 2014 г.

Йөҙҙәрсә француз һәм британлы “Ислам дәүләте” боевиктары сафында.


Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Американың аманатлыҡҡа алынған гражданины Питер Кэссиг һәм Сүриә хәрбиҙәрен язалауға ике француздың ҡыҫылышы бар. Береһенең кемлеге асыҡланған- ул Нормандиянан Максим Ошар, сығышы менән – француз, исламды бәлиғ булғас ҡабул иткән. Сүриәгә ул үткән йыл киткән.

Францияның эске эштәр министрлығы башлығы Бернар Казнев һүҙҙәре буйынса, ял көндәрендә видео донъя күргәнгә ҡәҙәр үк, Ошар эше тикшерелеп, эске именлек департаментына тапшырылған. Әйтеүенсә, полиция ҡулындағы документтарға таянып, юстиция органдары ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Бөйөк Британияның “Дейли мейл” гәзите иһә бер британлының боевиктар араһында үҙ улын күреүе хаҡында яҙып сыҡты. Һуңынан ул һүҙен кире алған.

Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон дүшәмбе парламентта сығыш яһаны:

Британияның терроризмға ҡаршы ҡануниәтенә инеүе мөмкин булған сараларҙы ҡараным. Палатаға билдәле булыуынса, шикле кешеләрҙең сит илдәргә китеүенә һәм беҙҙең шарттарҙы үтәмәгән британлыларҙың илгә ҡайтыуына сик ҡуйыу өсөн, сик буйы полицияһына яңы вәкәләттәр- паспорттарҙы тартып алыу хоҡуғы бирелде.”

Лондон Сүриәлә һәм Иракта “Ислам дәүләте” экстремистар төркөмө сафтарында алышҡан 500 самаһы британлы барлығын иҫәпләп сығарған. Боевиктар төркөмдәрендә 1100-ҙән ашыу француз булыуы ла асыҡланған.




Комментариев нет:

Отправить комментарий