суббота, 8 ноября 2014 г.

”Йәшәү өсөн көрәш: христиандар Эрбиль янындағы ҡасаҡтар лагерында.


Курдстан баш ҡалаһы Эрбиль янында ҡасаҡтар лагеры урынлашҡан. Бында “Ислам дәүләте” экстремистарынан ҡасырға мәжбүр булған Мосул һәм Ниневия үҙәне христиандары һыйыныу урыны тапҡан. Хәбәрсебеҙ Мөхәммәт Шәйехибраһим ошо лагерҙа булды.

Күпселек ғаиләләр бында бик ауыр хәлдә көн күрә, ә бит уларҙың барыһы ла тиерлек күп балалы. Ямғырҙар яуыуы, һалҡын төшөүе ҡасаҡтарҙың хәлен уғата ҡатмарландыра.

Беҙ ыҙа сигеп көн итәбеҙ,-ти бер ҡасаҡ ҡатын.- Йоҡлап булмай. Кисә көслө яуын булды. Ул, таштар ҡойолған һымаҡ, шапылдап палатканы бәргеләне. Балам бөгөн иртән өйгә ҡайтырға теләүе хаҡында әйтте. “Беҙ нисек ҡайта алырбыҙ икән һуң?-тип һорайым.- Төш күрҙеңме әллә?” Ул өндәшмәй генә миңә ҡарап тора. Белмәйем, бәлки, ул ысынлап та төшөндә ҡайтыуыбыҙҙы күргәндер.”

Лагерҙа йәшәүселәрҙең палаткалары икегә бүленгән. Ҡыҫылып, унда икешәр ғаилә йәшәй. Бала-саға күп. Ҡыҙҙар, ҡатын-ҡыҙҙар кер йыуа, ашарға бешерә, малайҙар ир-атҡа палаткалар ҡуйырға, уларҙы нығытырға ярҙам итә.

Бында йәшәүе ифрат ауыр,-ти бер ҡыҙ.-Кешеләрҙе йонсотоп, ямғырҙар яуа. Беҙ Ирактан сығып китергә ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ. Беҙгә ни ҡәҙәр ауыр икәнлеген аңларға тырышмайҙар, ситтән генә күҙәтәләр.”

Ҡараҡош районындағы йорттарыбыҙҙы ҡалдырып киттек, хәҙер унда бер кем дә ҡалманы, барыһы ла китеп бөттөләр. Халыҡ-ара йәмәғәтселек беҙҙе яҡлаһа, ҡасырға, ошо палаткаларҙа йәшәргә тура килмәҫ ине. Ғөмүмән, халыҡ-ара яҡлау тигән нәмә бармы ул?”-ти икенсе бер ҡатын.

Эрбилдең Халдей католик сиркәүе руханийы Дуглас Бази радикаль “Ирак һәм Леванта ислам дәүләте” террористик төркөмө баҫып алған ерҙәрҙә ниндәй енәйәттәр эшләнеүе тураһында һөйләне:

Бөтә нәмә: тарихыбыҙ, атамаларыбыҙ юҡ ителеүе- был ысын геноцид. Езид туғандарыбыҙ һәм шулай уҡ христиандар- Мосулда иң ныҡ зыян күреүселәр. Мин уларҙың үҙ динендә булғандарҙы ҡырыуына ла аптырамайым, сөнки улар- аллаһыҙҙар!”

Был кешеләр,-ти Мөхәммәт Шәйехибраһим,-сәйәси конфликттарҙа ҡатнашмай. Улар тыныс һәм имен генә үҙ йорттарында йәшәгән, ә аҙаҡ башҡа илдәрҙә һыйыныу урыны эҙләргә мәжбүр булған. Улар- Яҡын Көнсығышта барған ҡот осҡос “таҙартыуҙарҙың” ҡорбаны.”











Комментариев нет:

Отправить комментарий