суббота, 8 ноября 2014 г.

Энн Коттон ярты миллионды Африка ҡыҙҙарын уҡытыуға тотонасаҡ.


Бөйөк Британиянан педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Энн Коттон Катарҙағы халыҡ-ара форумдың WISE инновацион белем биреү премияһы лауреаты булды. Йыл һайын уҙғарылған WISE саммиты сиктәрендә тапшырылған награда педагогика өлкәһендә үҙенә күрә Нобель премияһы лауреаты иҫәпләнә. Ятры миллион долларға чек Энн Коттонға Африка ҡатын-ҡыҙҙары араһында белем алыуға ынтылышты көсәйтеүгә һалынған тырышлығы өсөн бирелгән.

Энн Ҡара ҡитғала эште 1993 йылда башлаған. Уның проекты арҡаһында, 3 миллион балаға белемгә юл асылған.

Мин тәрән хистәр ҡамалышында,-ти Энн Дохалағы тантана ваҡытында.-Ҙур хөрмәт күрһәттеләр. Тормошомдо һәм карьерамды бағышлаған проблема- Африка ҡатын-ҡыҙҙарын уҡытыу хаҡында бөтә донъя менән һөйләшеү мөмкинлеге лә был. Ҡулыма ингән аҡсалар миллионлаған Африка балаларының яҙмышына ҡағылышлы проекттарҙы тормошҡа ашырыуға тотоноласаҡ. Алдағы киләһе биш йыл буйы беҙ уларға белем алырға мөмкинлек бирергә уйлайбыҙ.”

Энн Коттон һәм уның арҡаҙаштары Зимбабве, Замбия, Гана, Танзания һәм Малавиҙа эшләй. Уларҙың бурысы- мәктәп йәшендәге ҡыҙҙарҙы уҡытыу һәм уҡыу мөмкинлеге булмаған ҡатындаға белем биреү, һөнәр алырға ярҙам итеү.

Ауырлыҡ күргәндәр генә үҙҙәренә нәмә кәрәген белә,-тип иҫәпләй Коттон.-Шуға күрә беҙгә, активистарға һәм хәйриә эштәре менән шөғөлләнеүселәргә, күҙәтә һәм тыңлай белеү мөһим. Әҙер ҡарарҙар менән килергә түгел, кешеләрҙең ынтылыштарын тоя белергә кәрәк. Улар әйткәндәрҙе генә түгел, әйтмәй ҡалдырғандарын да ишетә белеү зарур. Аҡыллы, иғтибарлы әңгәмәсе булырға кәрәк.”

Алты йыл эсендәге WISE саммитында ҡатын-ҡыҙҙар ике тапҡыр награда алған. Энн Коттон- Дохалағы педагог-новаторҙар слетының геройы. Унда ҡатнашыусы мең ярым кеше “Ижад һәм белем биреү” темаһы сиктәрендәге педагогик идеялар һәм белем биреү юлдары тураһында һөйләшә.



Комментариев нет:

Отправить комментарий