суббота, 8 ноября 2014 г.

АҠШ Иракка йәнә 1500 һалдат ебәрә.


Еңеүселәр менән бергә табын ҡороу: АҠШ президенты Барак Обама республика фирҡәһе башлыҡтары менән тәүге осрашыуҙы формаль булмаған мөхиттә үткәреүҙе хуп күрҙе. Уҙған шишәмбелә республиканлылар, парламенттың ике палатаһында ла үҙҙәренә күпселекте тәьмин итеп, сенат һайлауҙарында еңеп сыҡты. Ошо фонда президент Ирактағы Америка хәрби көстәрен арттырырға ҡарар итте.

Адмирал Джон Кирби аңлата:

Ирактарҙың “Ирак һәм Леванта дәүләте” менән көрәшкә әҙер тороуы арҡаһында, беҙ был аҙымды яһарға булдыҡ. Беҙҙең булышлығыбыҙ һәм һалдаттарҙы өйрәтеүҙәге ярҙамыбыҙ уларға кәрәк булыуы ихтимал.”

АҠШ Иракҡа 1500 хәрби хеҙмәткәр ебәрә, шулай итеп, Ирактағы уларҙың дөйөм һаны 3100 булып китәсәк. Американлылар алдына ҡорал тотоп һуғышыу бурысы ҡуйылмаған: улар Ирак армияһы һуғышсыларын һәм курдтарҙың “пешмерга” отрядтарын илдәге базаларҙа, бигерәк тә Багдад һәм Эрбиль райондарында өйрәтеү эше менән мәшғүл буласаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий