воскресенье, 9 ноября 2014 г.

Керри һәм Лавров “Украина диалогы”н дауам итергә вәғәҙә бирә.


Вашингтон һәм Мәскәү Украина көрсөгө мәсьәләһе буйынса диалогты дауам итә- был турала Пекинда, Рәсәй коллегаһы Сергей Лавров менән һөйләшеүҙәрҙән һуң, АҠШ дәүләт сәркәтибе Джон Керри белдерҙе. Ике илдең тышҡы сәйәси ведомство башлығы Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлек (АТЭС) саммитына әҙерлек саралары ваҡытында осрашты.

Украинаға ҡағылышлы ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекер айырымлыҡтарыбыҙ бар. Ләкин беҙ был мәсьәләләр буйынса мәғлүмәттәр менән бүлешеп торорға булдыҡ. Диалогты дауам итеү тураһында ла килештек,”-тине Керри һәм Украина буйынса Минск килешеүе тормошҡа ашырылыр, илдәге хәлдәр тотороҡланыр тигән өмөт белдерҙе.

Бынан алда АҠШ дәүләт департаменты Украинаның көнсығышына Рәсәй хәрби техникаһы баҫып инеүен раҫлаусы бойондороҡһоҙ мәғлүмәткә эйә булмауы хаҡында белдергәйне. Йома көн ул мәғлүмәт Киевтан сыҡты.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы башлығы үҙ яғынан Украина көрсөгөн сәйәси яйға һалыу курсының мөһимлеген һәм уны яйға һалыуҙа көс ҡулланыу методтарынан баш тартырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Баш күтәреүселәр һәм хөкүмәт араһында ваҡытлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Айырыу һыҙығы мәсьәләһен улар тамамлап ҡуйырға тейеш, бының менән улар әле шөғөлләнә лә инде,”-тине Сергей Лавров.

Донбасста иғлан ителгән ваҡытлы килешеү даими рәүештә боҙола. Ике яҡ та бер-береһен ғәйепләй һәм юғалтыуҙарын иҫәпләй.

Һуңғы тәүлектәрҙә, Украина яғы мәғлүмәттәре буйынса, Донецк аэропортында снайпер тарафынан хөкүмәт ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре үлтерелгән. Баш күтәреүселәр, көс ҡулланыу структураларының утҡа тотоуы арҡаһында, тыныс халыҡ араһында 17 яралы булыуы тураһында хәбәр итә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий