воскресенье, 9 ноября 2014 г.

Филиппинда “Хайян”диңгеҙ ҡойоно ҡорбандарын иҫкә алалар.


Филиппинда,“Хайян”диңгеҙ ҡойоно ябырылыуға бер йыл үткәндән һуң, һәләк булғандарҙы иҫкә алалар. Уларҙың теүәл генә иҫәбе әле булһа билдәле түгел. Хәбәрһеҙ юғалғандар менән бергә тәбиғәт ҡазаһы ҡорбандары -7300.

Иң ныҡ зыян күргән Таклобан ҡалаһындағы тантаналы йөрөштә меңдәрсә филиппин ҡатнашты. Тантаналар күмәк ҡәберлектәр янында үтте. Стихия миллиондан ашыу йортто юҡ иткән. 4 миллиондан ашыу кеше тыуған яҡтарын ташлап китергә мәжбүр булған. Меңдәрсәһе һаман ваҡытлы торлаҡтарҙа көн күрә.

Шул уҡ көндө Таклобанда ҡаршылыҡ акцияһы уҙҙы. Демонстранттар властарҙы коррупцияла, зыян күреүселәргә тәғәйенләнгән аҡсаны туҙҙырыуҙа ғәйепләне.
Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар:

Беҙ ғәҙеллеккә саҡырабыҙ. Эшенә енәйәтсел ҡарауы өсөн, президент һәм хөкүмәт яуап бирергә тейеш. Беҙ уларҙың отставкаға китеүен теләйбеҙ.”

Манифестацияла ҡатнашыусылар властарҙан йүнле торлаҡ һәм эш талап итте. Акция һуңында улар Филиппин президенты Бенинго Акино ҡарасҡыһын яндырҙы.






Комментариев нет:

Отправить комментарий