среда, 17 декабря 2014 г.

2014 йылда 66 журналист үлтерелгән.


Үтеп барған йылда үлтерелгән журналистар һаны уҙған йыл менән сағыштырғанда бер аҙ кәмегән. Шул уҡ ваҡытта урланғандарының һаны артҡан. Улар араһында боевиктар тарафынан баштары киҫелгән Америка репортерҙары Джеймс Фоули һәм Стивен Сотлофф та бар.

Ике йыл рәттән журналист эше өсөн иң ҡурҡыныс ил- Сүриә, унда 15 репортер һәләк булған. Етәү- Фәләстинда, алтау-Украинала, дүртәр кеше Ирак һәм Ливияла үлгән. Бер йыл элек 71 журналистың ғүмере өҙөлгәйне. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, урланған репортерҙар өстән бергә артҡан, улар- 119. шуларҙың 33-ө Украинала юғалған, 29-ы Ливияла, 27-һе Сүриәлә, 20-һе Иракта.

Журналистарға һөжүм итеүҙәрҙең, уларҙы ҡулға алыуҙарҙың иң күбе Украинала теркәлгән. Рәшәткә артына ташланған репортерҙар һаны буйынса Ҡытай алда бара.

Бынау контейнер һаҡ аҫтында ултырған журналистар менән булған хәлде тасуирлап тора, ундайҙар донъяла -178, уның Эритреялағы реаль факттарға ла мөнәсәбәте бар,-ти “Сиктәрһеҙ репортерҙар” ойошмаһының генераль сәркәтибе Кристоф Делуар.-Эритрея матбуғат азатлығы рейтингы буйынса иң һуңғы урынды биләй. Был бәләкәй генә илдә 30 журналист төрмәгә, контейнерлы лагерға ябылған, унда улар язалауҙарға дусар. Илдәге сәйәси тотҡондар һаны -10 мең.”

Ойошма докладындағы йыллыҡ ыңғай үҙгәрештәргә килгәндә, шуны әйтергә була: ҡораллы конфликттар булмаған илдәрҙә, айырым алғанда, Һиндостанда һәм Филиппинда һәләк булған журналистар һаны кәмегән.






Комментариев нет:

Отправить комментарий