четверг, 18 декабря 2014 г.

Куба: ярты быуатҡа һуҙылған сауҙа эмбаргоһы.


Вашингтон һәм Гавана араһындағы дипломатик мөнәсәбәттәр 1961 йылдағы Куба революцияһынан һуң өҙөлдө. Ул саҡта Фидель Кастро етәкселегендәге яңы властар шәкәр плантацияларын националләштерҙе һәм, нефть заводтарын да индереп, Америка милкен конфискацияланы.

1962 йылда Америка президенты Джон Кеннеди сауҙа эмбаргоһы индерҙе.Шул йылдың октябрендә Кубала совет ракеталары урынлаштырылып, Кариб көрсөгө башланып китте. Һөҙөмтәлә проблема хәл ителгәнгә ҡәҙәр Куба блокадала ҡалды.


Кубаға ҡарата АҠШ сәйәсәте 2008 йылда Фидель Кастро отставкаға киткәс тә үҙгәрмәне. БМО генассамблеяһы АҠШ-ты әллә нисә тапҡыр санкцияларҙы юҡҡа сығарырға саҡырҙы. Сауҙа эмбаргоһы Куба иҡтисадына бик ҙур зыян һалды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий