четверг, 18 декабря 2014 г.

Путин: иҡтисади көрсөк ике йылдан артыҡҡа бармаясаҡ.


Рәсәй президенты Мәскәүҙәге һәр йыл уҙғарыла торған унынсы матбуғат конференцияһында валюта көрсөгөнөң күп тигәндә ике йылға һуҙыласағын вәғәҙә итте.

Һумдың түбәнгә тәгәрәү сәбәптәрен анализлап, ул Үҙәк банк һәм хөкүмәттең эшмәкәрлеген дөрөҫ, тип баһаланы.

Владимир Путин Украиналағы хәлдәргә ҡағылып, илдең көнсығышында “карателдәр операцияһын” Киев алып барыуы тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәре буйынса, әгәр Көнбайыш тәүҙә үк Украина буйынса башҡа позицияла торһа, хәҙер граждандар һуғышы ла, күп һанлы ҡорбандар ҙа булмаҫ ине.

Ул шулай уҡ Көнбайыш партнерҙарын Берлин стенаһына бәрәбәр стеналар төҙөүҙән һаҡланырға саҡырҙы.



Комментариев нет:

Отправить комментарий