“Интервью”
фильмы тирәһендәге ғауғаға АҠШ властары
бик етди ҡарай- аноним хакерҙарҙың
Вашингтондағы премьера ваҡытында теракт
ойошторорға вәғәҙә итеүен милли именлеккә
“етди янау” тип иҫәпләй.
“Сони
пикчерз” кинокомапанияһына ҡеүәтле
киберһөжүм Америка прокатсыларын фильмды
күрһәтеүҙән баш тартырға мәжбүр итте;
Рәсәйҙә лә прокат билдәһеҙ ваҡытҡа
кисектерелә.
“Уҫал
ниәтле емергес эшмәкәрлек артында
етди субъект тороуына дәлилдәр бар, һәм
беҙҙең агенстволар- ФБР ҙа, юстиция
министрлығы ла был мәғлүмәтте тикшереүгә
уғата етди тотондо,”-тип белдерҙе АҠШ
дәүләт сәркәтибе Джош Эрнст.
Фильм
сюжеты буйынса, Америка журналисы Үҙәк
разведка идаралығының Ким Чен Ынды
үлтереү заданиеһы менән Төньяҡ Кореяға
килә.
Пхеньянда
фильмды “илдең юғары етәкселеген мыҫҡыл
итеү” һәм “хәрби акция”тип атап, “ҡаршы
иң тәүәккәл саралар”күрергә
вәғәҙә иттеләр.
Американың
киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре
буйынса, киберһөжүмдәр артында КХДР
властары тороуға Вашингтон шикләнмәй,
Төньяҡ Кореяға ҡаршы санкцияларҙы
көсәйтеү кеүек саралар күреүҙе
лә инҡар итмәй.
Комментариев нет:
Отправить комментарий