пятница, 19 декабря 2014 г.

Испания. Бөлгөнлөккә төшкән эшҡыуар Халыҡ фирҡәһе штаб-фатирын шартлатырға маташҡан.


Иртән Мадрид үҙәген полиция ҡамап алғайны, баҡтиһәң бер ир газ баллондары һалынған автомобилен Испанияның идара итеүсе Халыҡ фирҡәһе штаб-фатирына йүнәлткән. Зыян күреүселәр хаҡында хәбәрҙәр юҡ. Ваҡиға булған районда шартлатҡыс матдәләр һәм шартлатҡыс ҡоролмалар табылмаған.

Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, бындай яман аҙымды иҡтисади көрсөк арҡаһында бөлгөнлөккә төшкән компанияның элекке башлығы яһаған. Элекке бизнесменды, хәбәр итеүҙәренсә, полиция шунда уҡ ҡулға алған.

Һуңғы йылдарҙағы хәлдәр Испаниялағы күп предприятиеларҙы бөлгөнлөккә төшөргән һәм күсемһеҙ милек өлкәһендә көрсөк тыуҙырған. Консерваторҙар үткәргән реформалар, бюджет экономияһы сараларын ҡатыландырыу халыҡтың күпселегенең асыуын ҡабарта. Илдәге эшһеҙлек кимәле Евросоюзда иң юғарыһы- 27 %. Декабрь мәғлүмәттәре буйынса, Испанияның дәүләт бурысы 1 трлн евронан ашып киткән һәм ил ВВП-һы менән тигеҙләшә яҙған.






Комментариев нет:

Отправить комментарий