Гринпис экология хәрәкәтенең башҡарма директоры, цивилизацияның уникаль һәйкәле- Перу көньяғындағы Наска һыҙаттарына зыян һалыу мәсьәләһе буйынса аңлатма биреү өсөн, Лима прокурорына саҡыртылған.
Ғәйепләүсе яҡ белдереүе буйынса, сүллектә ентекләп өйрәнелеп тә бөтмәгән рельеф һүрәттәрендә аяҡ эҙҙәре тороп ҡалған- халыҡ-ара форум ваҡытында Гринпистың әүҙем ағзалары Наска сүллегендә, климатты һәм тәбиғәтте яҡлап, ҙур яҙма урынлаштырған. Был Лима халҡының асыуын ҡабартҡан, улар ғәйеплеләрҙе яуапҡа тарттырырға саҡыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий