воскресенье, 21 декабря 2014 г.

Испандар “келәп законы”на ҡаршы сыға.



Мадридта шәмбе көн меңдәрсә кеше йәмәғәт именлеге хаҡындағы митингылар үткәреү талаптарын ҡатыландырыусы яңы законға ҡаршы акцияға сыҡты. Депутаттар палатаһы раҫлаған документ, айырым алғанда, парламенттың түбәнге һәм юғары палаталары, автономия парламенттары биналары алдындағы митингылар барышында именлек ҡағиҙәләрен етди боҙоу өсөн, тиҫтәләрсә, хатта йөҙҙәрсә мең евро штраф түләүҙе күҙ уңында тота.

Беҙ Франко осорона ҡайтабыҙ,-ти акцияла ҡатнашыусы ҡатын.-Был Конституцияға ярашлы ҡарар түгел. Беҙ ҡаршы сығырға тейеш, сөнки ауыҙ йомоп ҡала алмайбыҙ.”

Улар азатлығыбыҙҙы сикләүсе закондарҙы беҙгә көсләп таға, улар урамдарға сығыуыбыҙ, ҡаршылыҡ акцияларыбыҙ өсөн штрафтарҙы, язаны арттыра,-ти манифестант.-Кемдер берәү кешене туҡмаған полицейскийҙы камераға төшөрә икән, полицейский түгел, был ваҡиғаны төшөрөп алыусы ғәйепле була.”

Халыҡ араһында “келәп законы” атамаһын алған закон проектын хөкүмәт ҡаты экономия сараларына ҡаршы бөтә ил буйынса уҙған ҡаршылыҡ акциялары фонында ҡабул итте. Киләһе йыл башында ул сенатта тауышҡа ҡуйыласаҡ, ә унда, Депутаттар палатаһында һымаҡ, идара итеүсе “Халыҡ фирҡәһе” күпселекте тәшкил итә.

Документ легаль булмаған иммигранттарҙы, һыйыныу хоҡуғы бирмәйенсә, Испаниянан сығарып ебәреү мөмкинлеген дә күҙ уңында тота.




Комментариев нет:

Отправить комментарий