понедельник, 22 декабря 2014 г.

”Пешмарга” Ирактың төньяғындағы тиҫтәләрсә ауылды азат итте.


Курдтарҙың “пешмерга” отрядтары һуғышсылары һуңғы ике көн эсендә Ирактың төньяҡ-көнбайышындағы 30-ҙан ашыуҙан ауылды “Ислам дәүәләтетөркөмө боевиктарынан азат итте һәм ҡасаҡ-езидтар өсөн элек коридор асылған таулы Синджар районында уларҙың бер нисә контрһөжүмен кире ҡаҡты.

Курд отрядтары Синджарҙы Дахук ҡалаһы менән бәйләп тороусы шоссенан ҡамауҙы алды. Боевиктар Тәлл-Афарға сигенде, ә унда уларға йәкшәмбе көн, хәрби аэродромды үҙ контроле аҫтына алырға тырышып, Ирак хөкүмәте көстәре һөжүм итте. “Пешмерга” тап ошо ҡалаға табан , шулай уҡ көнсығыштараҡ урынлашҡан Мосулға табан йүнәлергә уйлай.

Әле алыштар Синджарҙа бара, беҙ ҡаланың күпселек өлөшөн азат иттек,-ти “пешмерга” һуғышсыһы.-Кисә кис боевиктар һөжүм итеп ҡарарға маташты, тик уңышҡа ирешә алманы. Уларҙың күптәре Иорданияға һәм Сүриәгә ҡасты.“

Йәкшәмбе Синджар районына, һуғышсыларҙы еңеүҙәре менән ҡотлау өсөн, автономиялы Ирак Курдстаны башлығы Масуд Барзани килде. Ул “пешмерга”ның илдең ҙурлығы буйынса икенсе урында торған, июндән бирле “Ислам дәүләте” ҡулында булған ҡалаһы -Мосулды азат итеү операцияһында ҡатнашасағын раҫланы, әлбиттә, әгәр Ирак хөкүмәте был турала һораһа һәм курдтарҙың шарттарына күнһә.

Пешмерга” һуңғы аҙнала боевиктарҙан мең квадрат километр территорияны тартып алды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий