Каталонияның
Юғары ғәҙеллек суды автономия хөкүмәте
башлығы Артур Мас һәм уның хөкүмәтенең
ике ағзаһына белдерелгән дәғүәне
ҡараясаҡ. Уларҙы Испания Коституцион
суды ҡарарына буйһонмауҙа ғәйепләйҙәр-
Каталония властары регион бойондороҡһоҙлоғо
хаҡында һорашыу үткәрҙе.
9
ноябрҙә һайлаусыларҙың 80 проценты
тыйылған референдум альтернативаһына
әйләнгән һорашыуҙа ҡатнашты- Каталонияның
Испаниянан суверенитеты тураһында
белдерҙе.
Суд
Масҡа ҡаршы 30-ҙан ашыу дәғүәне берләштерҙе,
дәғүәселәр араһында Испанияның Генераль
прокуратураһы ла бар.
Артур
Мас белдереүенсә, был дәғүәләр артында
бер маҡсатты- уны һайлауҙарҙа ҡатнашыу
һәм сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү
хоҡуғынан мәхрүм итеүҙе алға ҡуйған
Испания хөкүмәте тора.
Комментариев нет:
Отправить комментарий