вторник, 23 декабря 2014 г.

Италия полицияһы неофашистарҙың һөжүм планын асҡан.


Италияла неофашистар төркөмө Раштыуа ваҡытында сәйәсмәндәргә, судьяларға һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлаусыларға һөжүм итергә ниәтләгән. План полицияға мәғлүм булған. Масштаблы рейд барышында 14 кеше ҡулға алынған. Улар барыһы ла йәшерен “Яңы тәртипнеофашистар ойошмаһына ҡарай тип иҫәпләйҙәр. Ойошма башында элекке полицейский тора тигән фараз бар. 40-тан ашыу кеше тәфтиш аҫтында.

Фаусто Карделла, Аквила ҡалаһының мафия менән көрәш прокуроры:

Беҙҙә кәрәкле бөтә инструменттар һәм ойошҡан енәйәтселек менән көрәш подразделениеларының эшен координациялау өсөн потенциал бар. Эште мафия менән көрәш буйынса милли прокурор алып бара.”

Ҡулға алыуҙар, тентеүҙәр Италияның төрлө өлкәләрендә булды: ил үҙәгендә- Лацио, Лабруццо, Ломбардияла, төнъяҡтағы Пьемонтта һәм көньяҡтағы Кампанияла.

Операция- йыл ярымға һуҙылған тикшереү үткәреү һөҙөмтәһе.






Комментариев нет:

Отправить комментарий