среда, 24 декабря 2014 г.

Сүриә конфликты: балалар һәләк була.


Сүриәлә хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм ҡораллы оппозиция араһында алыштар көсәйҙе. Социаль селтәрҙәге кадрҙар буйынса, Сүриә авиацияһы Хомс, Алеппо, Дамаск, Идлиб райондарын утҡа тотҡан. Башҡа сығанаҡтар быны раҫламай.

Боевиктар, хәбәр итеүҙәренсә Алеппола, Сүриә ғәскәрҙәренә аяуһыҙ ҡаршылыҡ күрһәтә. Хөкүмәт ғәскәрҙәренә Сүриәлә төрлө ҡораллы формированиелар ҡаршы тора. “Ислам дәүләте” боевиктары айырыуса ныҡ алыша. Алыштар ваҡытында тыныс халыҡ ҡырыла. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Сүриәлә шишәмбе көн авиаһөжүм ваҡытында Дамаск һәм Идлибта, ике мәктәпкә ракета тейеп, кәм тигәндә, 10 бала һәләк булған.


БМО мәғлүмәттәре буйынса, конфликт башланған 2011 йылдың мартынан алып, Сүриәлә 200 мең самаһы кеше һәләк булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий