среда, 24 декабря 2014 г.

Греция парламенты шишәмбелә ил президентын йәнә һайлай алманы.


Хөкүмәт тәҡдим иткән элекке еврокомиссар Ставрос Димас кандидатураһы 300 кешелек парламентта кәрәкле 200 тауышты йыя алманы. Икенсе турҙа Димас 168 депутаттың яҡлауына иреште.

Өсөнсө раунд 29 декабрҙә үтәсәк. Был юлы буласаҡ президентҡа 180 тауыш йыйыу ҙа етә. Әгәр ул быға ирешә алмаһа, хөкүмәткә парламентты таратып, ваҡытынан алда һайлауҙар иғлан итергә тура киләсәк.

Премьер-министр Антонис Самарас:

Тауыш биреүҙең өсөнсө турында дөйөм милли хәүефтән, дөйөм милли авантюранан ҡотолоп булыр, тип өмөтләнәм. Был юлы тауыш биреүҙән ҡасып булмаясаҡ. Һәр кем яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә аласаҡ, шул иҫәптән тауышы өсөн дә.”

Сириза” төп оппозиция фирҡәһе башлығы Алексис Ципрас:

Парламент та, Греция халҡы ла, кредиттарға алмашҡа ҡаты экономия саралары буйынса меморандумдарҙы дауам итеү өсөн, Самарасҡа карт-бланш бирмәйәсәк. Был беҙҙең пенсияларҙы кәметәсәк, һаулыҡ һаҡлауҙы хөртәйтәсәк һәм беҙҙең йәмғиәтте емерәсәк.”

Идара итеүсе коалиция бойондороҡһоҙ парламентарийҙар, ҙур булмаған фирҡә ағзалары, һуңғы мәлдә яуаплылыҡ тойоп, уға ҡушылыр тип өмөт итә. Халыҡ был хаҡта нимә уйлай? Бына бер фекер. Афинала йәшәүсе ҡатын һөйләй:

Халыҡты алдау өсөн уйлап сығарылған уйындары был. Баҙарҙа үткәрелгән ярты кило ит кенә ала алдым. Һайлауҙарҙан нидәй яҡшылыҡ көтөргәме? Закон сығарыусылар илдән алып сығыу һәм үҙҙәренең киләсәген тәьмин итеү өсөн аҡса йыя.”

Euroneus хәбәрсеһе Стаматис Яннинис Афинанан һөйләй:

Бөгөнгө уңышһыҙ тауыш биреүҙән һуң, депутаттар дүшәмбелә һуңғы раундҡа йыйыласаҡ. Улар алдында асыҡ сәйәси һайлау тора: яңы президент һайларға йәки ваҡытынан алда һайлауға барырға.”



Комментариев нет:

Отправка комментария