пятница, 12 декабря 2014 г.

Европала тәбиғәт ҡазаһы: Грецияла 4 кеше һәләк булған.


Европала тәбиғәт ҡазаһы. Кесе йома көн Грецияның төньяғында ике кеше ташҡындар ҡорбаны булған. Аҙна башынан алып, кәм тигәндә, 4 кеше үлгән. Ике йылға ҡушылған урындағы дамба йырылыу арҡаһында, был регионда ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.

Грецияла бер нисә көн рәттән ҡойма ямғырҙар яуа, һәм был етди транспорт проблемаларына алып килгән.

Көслө яуым-төшөм һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һыу баҫыуҙан Румыния ла яфа сигә. Илдең көньяҡ-көнбайышында автомагистраль емерелгән, инфраструктураға ҙур зыян килгән. Властар ҡайһы бер төбәктәрҙә халыҡты һыу үткәргестән һыу эсмәҫкә саҡыра.


Бөйөк Британияның төньяғында- көслө ел, ҡойма ямғырҙар, бик күп ҡар яуа. “Тәбиғәт бомбаһы”- ҡеүәтле шторм арҡаһында, 20 мең самаһы кеше электр утынан мәхрүм ҡалған. Төньяҡ Англия, Уэльс, Шотландия һәм Төньяҡ Ирландия халҡын яр буйы райондарында ташҡындар булыу мөмкинлеге хаҡында иҫкәртәләр. Борам бәйләнеше һәм ҡайһы бер поездар хәрәкәте туҡтатылған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий