четверг, 11 декабря 2014 г.

Фәләстиндарҙың Израиль менән именлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлеге туҡтатылды.


Иордандың Көнбайыш ярындағы Рамаллах ҡалаһы янында фәләстиндарҙың Израиль һалдаттары менән бәрелеше ваҡытында тотҡондар эше буйынса Фәләстин министры Зияд Әбү Әйн һәләк булған. Ваҡиға Турмус-Айя ҡасабаһы янында булған. Шаһиттарға таянып, “Әл-Джазира” телеканалы хәбәр итеүенсә, израиллеләр фәләстиндарға зәйтүн ҡыуаҡтары ултыртырға ҡамасаулаған. Һүҙләшеү ыҙғышҡа әйләнеп киткән.

Хәрбиҙәр килгәс, бәрелеш уғата көсәйеп киткән. Шаһиттар, шул иҫәптән Израиль журналисы, шулай уҡ Reuters фотохәбәрсеһе ЦАХАЛ һалдаттарының береһе Зияд Әбү Әйндың түшенә мылтыҡ төйҙәһе менән һуғыуы һәм тегеһенең йығылып аңын юғалтыуы хаҡында һөйләй. Министр, хәстәханаға китеп барғанда, тиҙ ярҙам каретаһында вафат булған.

Израиль енәйәттәрҙе көн һайын эшләй,-тип белдерҙе Фәләстин премьер-министры Рәми Хамдалла. -Балалар, ҡарттар, Зияд Әбү Әйн кеүек милли лидерҙар уларҙың ҡорбанына әйләнә. Тиҙ арала кеше хоҡуҡтары менән шөғөлләнгән бөтә халыҡ-ара институттарҙың был енәйәттәрҙе тикшереү буйынса халыҡ-ара тәфтиш комитеты төҙөүен талап итәм. ”

Фәләстинда өс көнлөк матәм иғлан ителгән.

Әл-Джазира” телеканалы хәбәр итеүенсә, Фәләстин етәкселеге Израиль менән именлек өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте туҡтатырға ҡарар иткән.





Комментариев нет:

Отправить комментарий