четверг, 11 декабря 2014 г.

Польшаның элекке президенты илдә Үҙәк разведка идаралығының йәшерен төрмәһе булыуын таныған.


Польша һәм АҠШ-тың махсус хеҙмәттәре 2000 йылдар башында хеҙмәттәшлек иткән, әммә Варшава Үҙәк разведка идаралығына үҙ территорияһында тотҡондарҙы язалау өсөн ризалыҡ бирмәгән. Был турала ул саҡта Польшаның президенты посын биләгән Александр Квасьневский белдергән. Ул, 2001 йылдың сентябрендәге АҠШ-тағы теракттан һуң, терроризм менән көрәш сиктәренлә Иҫке Кейкутта Америка яғына разведка базаһы бирелеүен таныған.

Мин ҮРИ директоры менән осрашманым, һөйләшеүҙәр барышында минең партнерым Джордж Буш булды,-тине Квасьневсий.-Махсус хеҙмәттәр хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре тикшерелде. Хеҙмәттәшлек деталдәренә ҡағылманыҡ. Мин ерәнес методтар яҡлы түгел. Улар аҡланманы һәм бер ниндәй ҙә яҡшы һөҙөмтә бирмәне.”

Ирандың Баш лидеры аятолла Хаменеи үҙенең Twitter аккаунтында “АҠШ хөкүмәте- бөтә кешелеккә ҡаршы тирания символы,”-тип белдерҙе. Быны, Хаменеи фекеренсә, Үҙәк разведка идаралығының һорау алыу ваҡытында аяуһыҙ методтар ҡулланыуы тураһындағы АҠШ сенаты доклады уҡ раҫлап тора.

Үҙәк разведка идаралығы директоры Джон Бреннан ҡулға алыу һәм һорау алыуҙа ҮРИ программаһында хаталар булыуын таныны. Әммә ул һорау алыуҙар ваҡытындағы бындай ҡатылыҡ яңы һөжүмдәрҙе булдырмаҫҡа һәм ғүмерҙәрҙе һаҡлап алырға мөмкинлек биреүе хаҡында ла белдергән.





Комментариев нет:

Отправить комментарий