Австралия
Йәшел климат фондына 4 йыл эсендә 200 млн
Австралия доллары бүлергә ниәтләүе
тураһында иғлан итте. Бельгия ла, 51,6 млн
евро иғәнә индереп, уның өлгөһөнә
эйәрергә булды. БМО, ярлы илдәргә
климаттың үҙгәреүе менән көрәштә ярҙам
итеү өсөн, 10 млрд доллар йыйырға иҫәп
тота.
Климаттың
үҙгәреүенә бағышланған БМО-ның 20-се
конференцияһындағы Дөйөм конвенцияһында
ҡатнашыусы илдәр, айырым алғанда, Канада,
тәү сиратта АҠШ яғына ымлап, бөтә илдәрҙе
лә зарарлы матдәләрҙе сығарып ташлауҙы
кәметеү буйынса саралар күрергә саҡырҙы.
“Был
процестағы ҡаҙаныштарыбыҙ үҙе үк барыһы
хаҡында ла асыҡ һөйләй,-тип белдерҙе
Канаданың тирә-яҡ мөхит министры Леона
Агглюкак.-Беҙ тәбиғәтте лә һаҡларға,
иҡтисади үҫеште лә тәьмин итергә мөмкин
икәнлекте күрһәттек. 2012 йылда СО2 2005 йыл
кимәленә ҡарағанда 5,1 процентҡа кәмерәк
бүлеп сығарылған, ә иҡтисад үҫеше кимәле-
10,6%.”
Көньяҡ
Америка илдәре лә климаттың үҙгәреүенә
ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерергә
йөкләмә алды. Улар 20 млн территорияға
ағас улыртырға вәғәҙә бирҙе.
Ҡытай,
АҠШ һәм Евросоюз- атмосфераға зарарлы
матдәләр сығарыу ташлау лидерҙары.
Парник газдарын бүлеп сығарыу буйынса
дөйөм кимәлдең 40 проценты ҠХР һәм АҠШ-ҡа
тура килә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий