понедельник, 15 декабря 2014 г.

Кельн манифестанттары: “Беҙҙең майҙандарҙа нацизмға урын юҡ!”


 “Расизм кәрәкмәй! Беҙҙең майҙандарҙа нацистарға урын юҡ!”-ошондай лозунгылар аҫтында йәкшәмбе Германияның Кельнында хаслыҡ һәм сит ил кешеләренә ҡарата нәфрәт пропагандалаусы экстремистик хәрәкәттәргә ҡаршы манифестация үтте.

Урамдарға 15 меңдән ашыу кеше сыҡты, араларында ҡала бургомистры һәм билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре лә бар ине. Улар “Европаның исламлашыуына ҡаршы көрәш” иғлан иткән PEGIDA хәрәкәте эшмәкәрлегенә ҡарата үҙҙәренең асыуын белдерҙе. PEGIDA хәрәкәте активистары, барған һайын күберәк халыҡты йәлеп итеп, даими рәүештә манифестациялар ойоштора.

Октябрҙә сираттағы шундай акция тәртипһеҙлектәргә һәм бәрелештәргә әйләнеп китте, унда тиҫтәләрсә полицейский зыян күрҙе.


Комментариев нет:

Отправить комментарий