четверг, 4 декабря 2014 г.

Иран американлыларҙың белдереүен инҡар итте.


Таһран Ирактағы “Ислам дәүләтетөркөмө боевиктары позицияларына Ирандың авиаһөжүм яһауы хаҡындағы Америка хәрбиҙәренең белдереүен инҡар итте. Бынан алда Пентагон вәкилдәре, был мәғлүмәтте таратып, Иран истребителдәренең Ирак территорияһына һөжүм яһауына дәлилдәре барлығын белдергәйне.

Һуңғы бер нисә көндә Ирактың көнсығышында Иран самолеттарының “Ислам дәүләте төркөмөнә һауа һөжүме яһауы хаҡындағы докладын инҡар итергә нигеҙ юҡ,”-тип белдерҙе Пентагондың матбуғат сәркәтибе.

Иран сит ил эштәре министрлығы был хәбәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Министрлыҡтың рәсми вәкиле Ирандың “Ислам дәүләтетөркөмөнә ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмауын белдерҙе:

Беҙҙең сәйәсәтебеҙҙә бер ниндәй ҙә үҙгәреш юҡ. Иран ислам Республикаһы Ирак властарына ярҙам күрһәтә, айырым алғанда- халыҡ-ара хоҡуҡ сиктәрендә рекомендациялар бирә, кәңәштәре менән ярҙам итә, башҡаса бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булғаны юҡ.”

Бынан алда юғары пост биләгән Ирандың хәрби хеҙмәткәре Таһрандың халыҡ-ара коалиция менән хеҙмәттәшлек итмәйәсәге тураһында әйтеп, региондағы тотороҡһоҙлоҡ, башҡа проблемалар коалицияға етәкселек иткән американлыларҙың эшмәкәрлеге арҡаһында тигән фекерен белдергәйне.


Комментариев нет:

Отправить комментарий