четверг, 4 декабря 2014 г.

ГФР: бәлиғ булмаған ике үҫмер ҡыҙыҡайҙы яҡлаған ҡыҙҙы геройҙы ерләгән һымаҡ ерләнеләр.


Немецтарҙың Вехтерсбах ҡалаһы мәсете алдындағы майҙан, бәлиғ булмаған ике үҫмер ҡыҙыҡайҙы яҡлап һәләк булған Туче Албайраҡ менән хушлашырға килгән меңдәрсә кешене һыйҙыра алманы. Туче уҙған шәмбелә, 23 йәше тулған көндө, ике студент ҡыҙҙы уларҙы көсләргә йыйыныусыларҙан яҡлап, аҙаҡ автостоянкала үҙе шул бәндәләрҙең һөжүменә дусар булған.

Ҡыҙҙы ерләгәндә, кешеләр хистәрен тыя алманы:

Ифрат тулҡынландырғыс мәл был. Ул үҙенең мораль көсөн күрһәтте. Беҙ уға һәм уның ата-әсәһенә бурыслы, шуға күрә бөгөн бында килдек тә.”

Был ҡыҙҙың фиҙакәрлеген баһалап бөтөү мөмкин түгел. Шундай уҡ хәлгә юлыҡҡандарға( әлбиттә, быны мин берәүгә лә теләмәйем, әммә донъя хәлен белеп булмай) әйтер инем: ул һеҙгә өлгө.”

Һөжүм итеүселәрҙең сығыштары менән Сербиянан булыуы асыҡланған. Уларҙың береһен полиция ҡулға алған да инде.

Һөжүмдән һуң, Туче аңына килә алмаған. Фажиғәнән шаңҡып һәм ҡыҙҙың батырлығына һоҡланып, студент ҡыҙҙы Федераль орден менән наградларға саҡырыусы петиция аҫтына немецтар 160 ҡултамға йыйған.






Комментариев нет:

Отправить комментарий