пятница, 5 декабря 2014 г.

Грозныйҙа 10 боевик юҡ ителгән, 10 полицейский һәләк булған.


Кесаҙна көн Грозныйҙа боевиктарҙы нейтралләштереү буйынса махсус операцияла 10 полиция хеҙмәткәре һәләк булған һәм 30-ы тән йәрәхәттәре алған. Урындағы властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, боевиктар ҡалала масштаблы теракттар планлаштырған.

Хәбәр итеүҙәренсә, төндә өс автомобилдәге ҡораллы кешеләр төркөмө Чечня баш ҡалаһындағы юл-патруль хеҙмәте посына һөжүм иткән. Аҙаҡ боевиктар республика гәзите редакциялары, интернет-баҫмалар һәм федераль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре урынлашҡан Матбуғат йортона, мәктәптәрҙең береһенә үтеп ингән.

Көс структураһы хеҙмәткәрҙәре бинаны ҡамап алған, ҡала үҙәгендә терроризмға ҡаршы операция режимы индерелгән; һөҙөмтәлә, терроризмға ҡаршы Милли комитеттың Мәғлүмәт үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, 10 боевик юҡ ителгән һәм уларҙа ҡулланыуға әҙер булған 20 шартлатҡыс ҡоролма табылған.

Чечняның парламент рәйесе Дукуваха Абдрахманов боевиктарҙың АҠШ һәм НАТО мәнфәғәттәрендә көнбайыштың махсус хеҙмәттәре заданиеһы буйынса эш итеүе ихтимал тигән фекер әйтте, улар, уның һүҙҙәре буйынса, Рәсәйҙе иҡтисади һәм сәйәси йәһәттән көсһөҙләндерергә тырыша.


Комментариев нет:

Отправить комментарий