пятница, 5 декабря 2014 г.

Кобани: ҡаланы һаҡлаусыларға ярҙам килде.


Ирактан курдтарҙың яңы “пешмерга”отрядтары, өс яҡтан “Ислам дәүләте” төркөмө боевиктары менән уратылған Кобани ҡалаһын обороналауҙа ҡатнашыу өсөн, Төркиә-Сүриә сиген аша сыҡты.

Һуңғы көндәрҙә курд ҡораллы отрядтарының Кобаниҙың көнсығыш өлөшөн яулап алыуы һәм хәҙер ҡаланың 80 проценттан ашыу өлөшөн контролдә тотоуы хаҡында мәғлүмәттәр күренде.

Беҙ рухи яҡтан көслө. Боевиктар беҙгә һөжүм итәләр икән, беҙ улар менән һуғышасаҡбыҙ,”-ти “пешмерга”һуғышсыһы.

Кобани өсөн алыштар ике ай ярым инде дауам итә. Яралылар 3 врач һәм 5 шәфҡәт туташы булған бәләкәс кенә хәстәханала дауалана. Дарыуҙар етешмәй, операцияларҙы санитария талаптарына тап килмәгән шарттарҙа, йыш ҡына сыраҡ яҡтыһында эшләргә тура килә.

Ҡаланың күпселек халҡы Төркиәгә ҡасҡан. Әммә сикте бөтәһе лә аша сыға алмаған.

Беҙҙең барыр урыныбыҙ юҡ, ҡасырға ер аҫты нығытмалары ла юҡ. Төркиә сигендә беҙҙе кире борҙолар, хәҙер беҙ бында туҡтауһыҙ атыш, утҡа тотоуҙар аҫтында йәшәйбеҙ,”-ти Кобаниҙа йәшәүсе.

Ҡалала 50 мең кешенән 2 меңе генә ҡалған, боевиктар баҫып алған урындарҙан йыйылған ҡасаҡтар ҙа ошонда килеп морон төрткән.







Комментариев нет:

Отправить комментарий