понедельник, 29 декабря 2014 г.

Греция ярҙары буйында борам яна, пассажирҙарҙы эвакуациялау дауам итә.


Йәкшәмбе иртәһендә Грециянан Италияға юл тотҡан “Norman Atlantic” пассажирҙар борамында янғын башланған. Бортта- 466 кеше. Янғын борам Отони утрауынан 33 диңгеҙ миле йыраҡлығында булғанда башланған.

Эксперттар белдереүенсә, янғынды һүндереү мөмкин түгел. Билдәһеҙ сәбәптәр буйынса, ул 222 автомобиль торған гараж бүлегендә тоҡанып киткән, араһында май менән 15 йөк машинаһы ла бар.

Уңайһыҙ һауа шарттарына ҡарамаҫтан- шторм еле, боҙ ҡатыш ямғыр, 4 метрлыҡ тулҡындар, халыҡты ҡотҡарыу операцияһы дауам итә. Янып ятҡан “Norman Atlantic” борамын, тулҡындарҙы кәметеү һәм кешеләрҙе эвакуацияларға ярҙам итеү өсөн, ете судно ҡулсаға алған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий