воскресенье, 28 декабря 2014 г.

Сүриә етәкселеге оппозиция менән “алдан һөйләшеүҙәргә” әҙер.


Сүриә етәкселеге оппозиция менән “алдан һөйләшеүҙәргә” әҙер- был хаҡта Сүриә телевидениеһы һәм сит ил эштәре министрлығы вәкилдәре белдерҙе.

Февралдә Женевала туҡталып ҡалған һөйләшеүҙәрҙе дауам итеү инициативаһы менән Рәсәй сығыш яһаны- һүҙ “консультатив кәңәшмә” тураһында бара, унда көрсөктән сығыу юлдарын эҙләү буйынса конференция үткәреү мөмкинлеге хаҡында һөйләшеү буласаҡ.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы һүҙҙәре буйынса, тәүге осрашыу Мәскәүҙә ғинуарҙың егермеләре тирһендә булыуы ихтимал.

Мәскәү һөйләшеүҙәренең формаль статусы юҡ, йәғни рәсми саҡырыуҙар ебәреү күҙ уңында тотолмай.

Оппозиция фракциялары быға төрлөсә ҡарай. Дамасктағы Милли координация комитеты, алдан бер ниндәй ҙә талаптар ҡуймайынса, осрашыуға килергә әҙер.

Ҡаһирәлә төпләнгән оппозиция һәм революция көстәренең Милли коалиция башлығы Дамасктан һәм Мәскәүҙән аныҡ тәҡдимдәр булмауын белдерҙе.



Комментариев нет:

Отправить комментарий