суббота, 27 декабря 2014 г.

Грузия парламентында дзюдо чемпионы ҡатнашлығындағы алыш.


Грузия парламентында өс депутатҡа медицина ярҙамы кәрәк булды- закон сығарыу йыйылышының эше, халыҡ һайланмыштары алышы арҡаһында, ярты сәғәткә тиерлек туҡталып торҙо.

Бәхәс әрләшкә, ә аҙаҡ дөмбәҫләшеүгә күсте. Әйтергә кәрәк, дзюдо буйынса Олимпия чемпионы Зураб Звиадаури ҙа унан ситтә ҡалманы. Закон сығарыусыларҙы именлек хеҙмәткәрҙәре генә тынысландыра алды.

Депутаттар Европа Парламент ассамблеяһында ҡатнашасаҡ Грузия делегацияһы составы тураһында бәхәс ҡуптарҙы.

Уҙған аҙнала Европарламент Грузияның ЕС менән ассоциацияһы килешеүен ратификацияланы.



Комментариев нет:

Отправить комментарий