суббота, 27 декабря 2014 г.

Индонезия: таҙалыҡ- һаулыҡ нигеҙе.


Индонезияла ҡыҙыҡлы проект старт алды- йыйылған сүп-сарға алмашҡа врачҡа бушлай визит купоны менән тәьмин итәләр. Проект ауырыған ярлыларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙән тыш илде тонна- тонна сүптән таҙартырға ла мөмкинлек бирә. Үҙенсәлекле “Медицина сүп страховкаһы” идеяһының авторы- врач Ғәмәл әл бин Сәит.

Беҙ төҙөгән коммерция предприятиеһы йәмғиәткә йоғонто яһай ала. Эйе, беҙгә килем кәрәк, әммә кеҫәбеҙҙе ҡалынайтыу өсөн түгел, проектыбыҙҙы артабан үҫтереү өсөн,”-ти ул.


Илдә таҙалыҡ, тәртип булдырыуға индергән өлөшө өсөн, проект кешегә билдәле льготалар бирә. Махсус пункттарҙа тапшырылған икенсел сеймал халыҡҡа бушлай врачҡа күренергә, сығымдарының бер өлөшөн ҡаплатырға, мәҫәлән, балаһының балалар баҡсаһындағы сығымдарын ҡаплатырға ярҙам итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий