Сәғүд
Ғәрәбстанында автомобиль йөрөтөүҙе
тыйыусы законды боҙған ике ҡатын
терроризм эштәре менән шөғөлләнгән
трибунал алдына баҫасаҡ.
Лужаин
Хатлул 1 декабрҙә илгә Берләшкән Ғәрәп
Әмирлектәренән инергә йыйынғанда ҡулға
алынған. Уны ватандашы Майса Әл-Әмүди
яҡлап сығырға ҡарар итә. Әл-Әмүдиҙы ла һаҡ аҫтына алалар.
Франс-Пресс
билдәләүенсә, ҡатындарҙы социаль
селтәрҙәге активлығы өсөн ҡулға алыуҙары
мөмкин.
Сәғүд
Ғәрәбстаны- ҡатын-ҡыҙҙарға автомобиль
йөрөтөү тыйылған донъялағы берҙән-бер
ил. Һуңғы ваҡыт илдәге бындай дискриминацияға
ҡаршы акциялар көсәйҙе. Хәрәкәттең
әүҙем ағзалары, ҡулға алыуҙарҙан
ҡурҡмайынса, руль артына демонстратив
рәүештә ултыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий