пятница, 26 декабря 2014 г.

Елизавета II килешеп йәшәргә саҡыра.


Бөйөк Британия королеваһы Елизавета II үҙенең Раштыуа мөрәжәғәтендә бөтә донъяла, шулай уҡ Ҡушма Короллектә килешеп йәшәргә саҡырҙы. Елизавета II Төньяҡ Ирландиялағы килешеү процесы хаҡында һөйләне, Шотландияның бойондороҡһоҙлоғо яҡлылар һәм быға ҡаршы булғандар араһында компромисс булдырыу юлдарын эҙләү мәсьәләһенә ҡағылды:

Әлбиттә, килешеүҙең төрлө формалары булыуы ихтимал. Шотландиялағы референдумдан һуң күптәр ҡәнәғәтһеҙлек кисерҙе, ә икенселәрҙе иһә еңел һулап ҡуйҙы. Был айырманы еңеү өсөн ваҡыт талап ителә.”

Королева әйтеп үтеүенсә, Ғайса пәйғәмбәр- беҙ ынтылырға тейешле “мәңгелек ғәфү итеү, һөйөү, килешеү өлгөһө.”


Королева ғаиләһе кесе йома көн Англияның көнсығышындағы Сандрингем биләмәһе янындағы сиркәүҙә Раштыуа ғибәҙәтендә булды. Сиркәү янында урындағы халыҡ Елизавета II-не ҡаршы алды. Бөйөк Британияла королеваның абруйы ҙур.

Комментариев нет:

Отправить комментарий