четверг, 25 декабря 2014 г.

Эстонияла күпләп бал ҡорттары ҡырыла.


 “Регнум” Умартасылар союзы башлығы Александер Килька һүҙҙәренә таянып, Эстонияла бал ҡорттары ҡырылыуы хаҡында хәбәр итә. Бал йыйыусы бөжәктәрҙең юҡҡа сығыуы ауыл хужалығында пестицидтарҙы артыҡ күп ҡулланыуға бәйләнгән.

Союз вәкилдәренең Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы ваҡытында, зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итеүгә тәғәйенләнгән химик һәм биологик матдәләрҙең бал ҡорттары күстәренә йоғонтоһо хаҡында фекер алышыу булды.

 Пестицидтарҙы самаһыҙ ҡулланыу мәсьәләһен яйға һалыу бал ҡорто күстәрен һаҡлауҙан тыш илдә үҫтерелгән йәшелсә-емештәрҙең хәүефһеҙлеге һәм экология йәһәтенән таҙалығын тәьмин итергә лә мөмкинлек бирәсәк.


Әйтергә кәрәк, бал ҡорттарының ҡырылыуы башҡа региондарға ла хас. Мәҫәлән, Британияла, XIX быуаттан алып, һеркәләндереүсе бөжәктәрҙең 23 төрө юҡҡа сыҡҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий