четверг, 25 декабря 2014 г.

Малайзия һәм Индонезияла ташҡындар.


Малайзияның төньяҡ-көнсығышында, һуңғы тиҫтә йыл эсендәге иң көслө ташҡындар арҡаһында, 60 мең самаһы кеше үҙ йортон ташлап китергә мәжбүр булған. Хәбәр итеүҙәренсә, 4 кеше- стихия ҡорбаны.

Келантан штатында хәлдәр айырыуса ҡатмарлы. Келантан йылғаһы ташҡан һәм штат баш ҡалаһы Кота-Бару ҡалаһын һыу баҫҡан. Илдең көнсығыш ярындағы бер нисә ҙур ҡала араһында бәйләнеш өҙөлгән.

Германия, Канада, Нидерландтар һәм Франциянан йөҙҙәрсә турист Паханг штатының тропик урманындағы ҡунаҡханала айырылып ҡалған.

Индонезияға ла ҡойма ямғырҙар ябырылған. Бигерәк тә Ачех провинцияһы зыян күргән. Урыны-урыны менән һыу 4 метрға күтәрелгән. Урындағы властар 120 меңдән ашыу кешене эвакуациялаған.





Комментариев нет:

Отправить комментарий