Хәрби
конфликт башланғас ватанын ҡалдырып
китергә мәжбүр булған Сүриә ҡасаҡтары,
БМО-ның Бөтә Донъя аҙыҡ-түлек программаһы
(ВПП) ярҙамды туҡтатыуы арҡаһында,
илдәренә киренән ҡайтарылыуы ихтимал.
Белдереүҙә әйтелеүенсә, Ливан, Төркиә,
Иордания, Ирак һәм Мысырҙа төйәк тапҡан
1,7 миилиондан ашыу сүриәле аҙыҡ-түлеккә
ваучер ала алмаясаҡ, шул арҡала күп
ғаиләләргә аслыҡ янай.
Ливандағы
стихиялы рәүештә барлыҡҡа килгән лагерҙа
башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар йәшәй.
-Эй
хоҙайым, беҙ туңабыҙ. Минең юрғандарым
юҡ. Күршебеҙ бәпескә һәм өс бәләкәй
балаға матрас бирҙе...
-Был
палаткалар һалҡындарҙан һаҡламай.
Йылытҡыс ҡуйһаң да, барыбер йылынып
булмай. Бөтә ер бысраҡ. Мин Ливанда инде
бер йыл, беҙ БМО-ның аҙыҡ-түлек ваучерҙары
арҡаһында ғына иҫән ҡалдыҡ. Үҙем бында
бер нәмә лә таба алғаным юҡ!
Ливандың
палаткалы икенсе лагерында ла хәлдәр
еңелдән түгел. Ҡасаҡтар ҡыш килеүенән
ҡурҡа. БМО-ла әйтеүҙәренсә, деабрҙә
гуманитар миссияны дауам итеү өсөн, 64
миллион доллар кәрәк.
БМО-ның
Бөтә Донъя аҙыҡ-түлек программаһы
мәғлүмәттәре буйынса, финанс ҡыйынлыҡтары
донорҙарҙың үҙ вәғәҙәләрен үтәмәүе
арҡаһында килеп сыҡҡан.
Сүриәлә конфликт
башланғаны бирле, ойошма ҡасаҡтарға
800 миллион долларлыҡ ярҙам күрһәткән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий