вторник, 2 декабря 2014 г.

Францияла ташҡындар: 5 кеше һәләк булған, меңдәрсә кеше эвакуацияланған.


Региондағы халыҡтың 3,5 өлөшө эвакуацияланған. Төбиғәт ҡазаһының үҙәге Од һәм Атлантик Пиреней департаменттарына тура килгән- унда иң юғры “ҡыҙыл” хәүефлелек кимәле. Францияның көньяғындағы тотош райондар электр утынан мәхрүм ҡалған.

Хәрбиҙәр, янғын-ҡотҡарыу хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм волонтерҙар эҙләү-ҡотҡарыу операцияларында ҡатнаша. Хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 8 йәшлек ҡыҙыҡай ҙа бар. Уны бөтә ерҙән, хатта һыу аҫтынан да эҙләйҙәр.

Испанияла ла ел-дауыл ҡотора. Бер ҡатын һәләк булған. Ғәрәсәт тамырҙары менән ағастарҙы йолҡоп алған, ҡыйыҡтарҙы алып осорған. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында йылғалар ташҡан. Байтаҡ автомобиль юлдары емерелгән.




Комментариев нет:

Отправить комментарий